Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 452281, Республика Башкортостан, Илишевский район, с. Ишкарово, ул. Пионерская, 33
  • 8(34762)42-1-08
  • ishkaro@mail.ru

Новости

Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды

Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды Файҙалы һәм мауыҡтырғыс булды

14 декабря 2020 07:12

Количество просмотров: 579

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М. Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, был көн республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. Уның сиктәрендә мәктәптәрҙә, төрлө ойошмаларҙа башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла байрамдан ситтә тороп ҡалманы. Алдан уҡ күренекле шағирҙарҙың туған тел тураһындағы шиғырҙарын ятлап, был көндө  ҙур ихласлыҡ менән республикабыҙҙың #шиғрисылбыр флешмобына ҡушылдылар.

5-се класс уҡыусылары башҡорт халыҡ ижады менән танышты. “Сыбар тауыҡ” әкиәтен уҡып, сәхнәләштереп ҡаранылар. Үҙҙәрен артист ролендә күреү уларға бик оҡшаны. 11-се кластар Ә. Хәкимовтың “Өйөрмә” романы буйынса дәрес-әңгәмәлә ҡатнашты. Шәхес культы осоро тураһында тәрән уйланыуҙарға ҡоролған әҫәр уларҙа төрлө фекер уятты, уйланырға мәжбүр итте. 7-се класс уҡыусылары М. Аҡмулла ижады менән танышты, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары тураһында мәғлүмәт алды, шиғырҙарын уҡыны.

Бына шулай файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтте беҙҙең мәктәптә Башҡорт теле көнө. Уҡыусылар киләсәктә лә башҡорт телен  теләп өйрәнерҙәр, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашырҙар  тигән өмөттә ҡалам.

                                  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Саҙретдинова